Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

«Каруанһарай» төркөмө элекке составта сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

Легендар «Каруанһарай»  фольклор-эстрада төркөмө элекке составта концерт әҙерләй. Төркөм тулы составта мөләйем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлау һәм уларға үҙҙәренең иң яҡшы йырҙарын бүләк итеү өсөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы залында йыйыласаҡ. Концерт 8 Мартҡа планлаштырылған. Унда Рәсүл Ҡарабулатов (Башҡорт дәүләт филармонияһының хәҙерге директоры), Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов, Әмир Тойғонов, Олег Жданов, Анатолий Трофимов, Юлия Чигвинцева, Рафаэль Сәғитов, Алһыу Бәхтиева, Наил Шәймәрҙәнов, Лилия Ишемйәрова, Заһир Шәйәхмәтов һәм, әлбиттә, бөгөн Мәхмүт Нәҙершин етәкселегендәге «Каруанһарай»ҙың йәш составы сығыш яһаясаҡ.

Шуны әйтергә кәрәк, был ансамблдең башҡарыу стиле үҙенсәлеге башҡорт фольклорын заманса ритмдар һәм көйҙәр аша үҙгәртеп биреүгә ҡайтып ҡала. Байрам кисәһендә музыканттар ҡатын-ҡыҙға һәм тыуған еренә арналған йырҙар башҡарасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть