4 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2011 йыл, 14:48

«Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» Бөтөн Рәсәй конкурсында Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары еңеүгә дәғүә итә

автор: Любовь Колоколова

Мәскәүҙә бөгөн «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» XIV Бөтөн Рәсәй конкурсының федераль этабында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтә. Конкурста ҡатнашыуға Башҡортостандан 12 эшҡыуар заявка бирҙе. БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина иҫәпләүенсә, уларҙың яртыһы тиерлек еңеүгә дәғүә итә ала.  

Бүләкләү тантанаһы Царицында Екатерина һарайында үтәсәк. Башҡортостандан унда бер нисә йыл элек «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсында еңеү яулаған Алла Кузьмина ҡатнаша. Уның әйтеүенсә, республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы лайыҡлы кимәлдә. Ҡатын-ҡыҙ етәкселәр бәләкәй һәм урта бизнестың төрлө өлкәләрендәге предприятиеларҙы етәкләй һәм үҙ эштәрендә етди уңыштарға өлгәшә. Быны дәғүәселәребеҙҙең эшҡыуарлыҡ конкурстарының төбәк һәм федераль этаптарында күп тапҡырҙар еңеү яулауы дәлилләй. Ике етәксе – Римма Ғәлиуллина («Эдельвейс» салоны, Өфө) менән Лиза Нурлығаянова («Ритм» үҙәге, Илеш районы) – быйыл «Рәсәйҙең атҡаҙанған директоры» исеменә күрһәтелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсын үткәреү идеяһы авторы булып Дөйөм Рәсәй эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы президенты Татьяна Малютина тора. Конкурс Рәсәйҙең иң уңышлы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙ етәкселәрен асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында үткәрелә. Уларҙың иң яҡшылары исемле миҙалдар ала. Еңеүселәрҙең исемдәре бөгөн билдәле буласаҡ.