8 декабрь, Кесе йома

03 март 2011 йыл, 14:05

Башҡортостан Президенты һәм «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы «ЮТэйр» авиакомпанияһы самолеттары Өфөнән Белоретҡа, Нефтекамаға һәм Октябрьскийға оса башлаясаҡ. Шулай уҡ төбәк-ара рейстарҙы үҫтереү ҙә планлаштырыла.

Өфө аэропортынан авиакомпания самолеттары Сибай, Ҡаҙан, Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородҡа оса. Быйыл Өфөнө Европа ҡалалары менән бәйләйәсәк бер нисә йүнәлеш тә индереләсәк.

Рөстәм Хәмитов, төбәк рейстарында пассажирҙар ағымы ярайһы түбән, шуға күрә был йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, тип билдәләне. Андрей Мартиросов һүҙҙәренсә, Рәсәй буйынса эске осоштарҙы тергеҙергә тырышыуҙы ил өсөн үҙенсәлекле күренеш тиергә була.

Авиакомпания йәнә Өфө дәүләт авиация техник университеты менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Юғары уҡыу йорто студенттары беренсе курстан «ЮТэйр»ҙа стажировка үтә аласаҡ.

— Беҙ Өфөлә ойошторолоусы техник үҙәк өсөн инженерҙар составы әҙерләүҙе алып барасаҡбыҙ, — тип хәбәр итте Андрей Мартиросов. – Был үҙәк хәҙерге самолеттарҙың иң алдынғы маркаларын хеҙмәтләндерәсәк. ӨДАТУ студенттары вуз тамамлағандан һуң Европа сертификаты аласаҡ, был документ уларға заманса осоу техникаһы менән эшләргә мөмкинлек бирәсәк.