6 декабрь, Шишәмбе

03 март 2011 йыл, 12:26

Өфөлә «Балаға китап бүләк ит» хәйриә акцияһы үткәрелә

автор: Руфина Хананова

«Балаға китап бүләк ит» хәйриә акцияһы Өфөлә 9 мартта старт ала һәм бер ай дауам итәсәк. Ул Республика балалар дауаханаһында һәм балалар туберкулез диспансерында дауаланыусы бәләкәй пациенттарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Изге эштең инициаторы – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана.

Өфө халҡы шәхси китапханаһынан йәки магазиндан алынған китаптарҙы  сәләмәтлек, изгелек һәм уңыштар теләгән яҙмаһы менән биҙәп, йәш китап һөйөүселәргә бүләк итә ала.  

Хәйриә проектын ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, китаптар балаларҙың дауалау учреждениеһында үткәргән ваҡытын күңеллерәк итергә һәм ауырыуҙарҙы тиҙерәк еңергә ярҙам итәсәк.

Дауалау учреждениеларындағы ҡәтғи санитар нормаларға бәйле, баҫмалар яҡшы хәлдә булырға тейеш. Бүләк итеүселәрҙән китаптар ҡабул итеү Милли китапхананың барлыҡ корпустарында ла ойоштороласаҡ. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 272-40-70 телефоны аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

темалар: хәйриә ярҙамы