Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй һөт етештереүселәре съезында Башҡортостан сырҙары тәҡдим ителәсәк

Иҡтисад

15 мартта һөт етештереүселәр Мәскәүҙә «Һөт индустрияһы» күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк Милли союздың (Союзһөт) икенсе съезына йыйыласаҡ. Абруйлы тармаҡ форумы Башҡортостан эшкәртеүселәрен дә ҡыҙыҡһындырҙы. Бәләбәй һөт комбинаты үҙенең съезда ҡатнашасағы тураһында белдерҙе. Предприятие юғары сифатлы сырҙар етештереү буйынса төбәктә генә алдынғы позиция яулап ҡалмай, шулай уҡ Рәсәй баҙарының ярайһы уҡ ҙур сегментын биләй.

«Һөт индустрияһы» күргәҙмәһендә Башҡортостан предприятиеһы үҙ продукцияһы стендын ойошторорға йыйынмай. Бәләбәй комбинаты «Һөт уңышы» дегустация конкурсында ҡатнашырға ниәтләй һәм, башҡорт сырҙары абруйлы тармаҡ форумында билдәләнер, тип ышана.

Һөт етештереүселәр съезы эшен Рәсәй ауыл хужалығы министры Елена Скрынник асасаҡ, тип көтөлә. Форумда үҙ ҡаҙаныштарын Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Украина һөт етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре күрһәтәсәк.

Рәсәй һөт индустрияһы вәкилдәре тармаҡтың төп проблемаларын, 2011–2020 йылдарға дәүләт ярҙамы сараларын, һөт баҙарында ағымдағы һәм киләсәккә күҙалланған хәлде тикшерәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть