5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2011 йыл, 10:52

Николай Красников – Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенең баш тренеры

автор: Николай Ермоленко

Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 14 тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников 2011 йылда яҙҙың беренсе көнөндә Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенең баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Кисә ул Өфө боҙонда ошо сифатта беренсе тренировкаһын үткәрҙе. Ә бөгөн команданың беренсе уҙышсыһы ла, әйҙәүсе тренеры ла булған Красников менән «Башҡортостан» клубы командаһы Тольяттиға Суперлигала Рәсәй команда чемпионатының йомғаҡлау этаптарына юлланды.

— Красниковты баш тренер итеп тәғәйенләү ҡарарын сенсация тип иҫәпләргә кәрәкмәй, — тине Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге директоры Риф Сәйетгәрәев. – Николайҙың юғары спорт белеме бар, һәм ул ике йыл элек үк спорт карьераһын тамамлағандан һуң беҙҙең клубта тренерлыҡ эшенә күсергә теләүен әйткәйне. Һәм тағы бер нисә миҙгел дауамында ярыштарҙа әүҙем ҡатнашасағын иҫәпкә алғанда ла, уның тренерлыҡ карьераһын башлауҙы һуҙмаҫҡа ҡарар ителде. Асылда, де-факто ул быйылғы миҙгелдә Дмитрий Колтаковты өйрәтә башланы ла инде, һәм һәләтле уҙышсының һөҙөмтәләре, уҙған йыл менән сағыштырғанда, ярайһы ныҡ үҫте. Колтаков Рәсәй Кубогын яуланы, юниорҙар араһында ил чемпионы булды.

Рәсәй чемпионатының Тольятти этаптарынан һуң «Башҡортостан» командаһы тулы составта сит илгә – Голландияға юлланасаҡ. Ассенда 12-13 мартта шәхси донъя чемпионатының өсөнсө финалы үтәсәк, унда Николай Красников менән Дмитрий Буланкин ҡатнашасаҡ, ә бер көн алдан традицион Ролоф Тайс Кубогы уйнатыласаҡ, Кубокта Дмитрий Колтаков сығыш яһай.