5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2011 йыл, 10:54

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Беҙ туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороуҙа бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек»

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда 1836 дөйөм белем биреү учреждениеһынан һәм 832 филиалдан 40 проценттан ашыуы милли мәктәптәр булып тора. Урыҫ милләтенән булмаған уҡыусыларҙың 73,3 проценты туған телендә уҡытыла йәки үҙ туған телен предмет булараҡ өйрәнә. Милли составы төрлө булған учреждениеларҙа параллель кластар сиктәрендә бер нисә туған тел уҡытыла. Был мәғлүмәттәрҙе БР Мәғариф министрлығы коллегияһы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина килтерҙе.

Мәктәп стандарттарының яңы быуынын индереүгә күсеү темаһын күтәреп, ул, бында төбәк һәм этно-мәҙәни үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға, туған тел әсбаптарының йөкмәткеһен һәм уларҙы уҡытыу методикаһын ҡайтанан ҡарарға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Вице-премьер фекеренсә, был эшкә республиканың ғилми учреждениелары, педагогик профилдәге юғары уҡыу йорттары, БР Мәғарифты үҫтереү институты әүҙемерәк ҡушылырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта, Зөһрә Рәхмәтуллина, бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләр туған тел әһәмиәтен, уның тәрбиәүи потенциалын аңлап етмәй, тип билдәләне.

— Былтырғы уҡыу йылында беҙ айырым мәктәп етәкселәренең ата-әсәләрҙән туған телде өйрәнеүҙән баш тартыуы тураһында ғаризалар йыйып алыу факттары менән осраштыҡ, — тине ул. — Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙән Мәғариф министрлығына туған телде өйрәнеүҙә уларҙың хоҡуҡтарын сикләүҙәре тураһында мөрәжәғәттәр йышайҙы. Ил етәкселеге мәғариф берләшмәһе алдына белемле генә түгел, рухи яҡтан үҫешкән, толерантлы шәхес тәрбиәләү бурысы ҡуя. Беҙ туған телдәрҙе өйрәнеүҙе ойоштороуҙа бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек һәм планканы төшөрөгә тейеш түгелбеҙ.

темалар: мәғариф