11 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2011 йыл, 10:12

Япондар Сибай предприятиеларының инновацион проекттары менән ҡыҙыҡһынды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанға эш сәфәре менән Японияның ITOCHU сауҙа йорто делегацияһы килде. 2 мартта ҡунаҡтар Сибайҙа булып, унда ҡала предприятиелары күргәҙмәһе һәм «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы эше менән танышты. Азия компанияһы вәкилдәре шулай уҡ ҡала хакимиәтендә урындағы ойошмалар етәкселәре менән осрашыу үткәрҙе, уның барышында хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре тикшерелде.    

— Осрашыуҙың төп маҡсаты партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен юлға һалыуға ҡайтып ҡалды, — тине Сибай хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Наил Хәлиуллин. – Япониняң ITOCHU корпорацияһы йөҙөндә беҙ потенциаль инвесторҙарҙы күрәбеҙ. Предприятиеларыбыҙ етәкселәре яғынан бер нисә инновацион проект тәҡдим ителде. Ҡунаҡтар уларҙың перспективаларын юғары баһаланы. Бигерәк тә базальт сүстән төҙөлөш материалы етештереү менән ҡыҙыҡһындылар. Япондар, айырым проекттар ҡыҙыҡһындырыу тыуҙыра, ләкин уларҙың ҡайһы берҙәрен еренә еткереп эшләргә кәрәк, тип билдәләне. Бында беҙ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамына иҫәп тотабыҙ.

3 мартта ITOCHU вәкилдәре Белорет һәм Благовещен ҡалаларына барасаҡ. Бынан тыш, кесе йомаға  БР Хөкүмәте менән IТОСHU япон корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында протоколға ҡул ҡуйыу, шулай уҡ төбәктең бер нисә сәнәғәт предприятиеһына барыу планлаштырылған.