10 декабрь, Шәмбе

02 март 2011 йыл, 9:27

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә

автор: Марина Шумилова

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһының Мәсетле районында үткән күсмә ултырышы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналды. Унда республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы хакимиәт, бизнес-берләшмә вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты комиссия рәйесе Иршат Аҫылғужин алып барҙы.

Башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендәге өҫтөнлөктәр иҫәбенә инә, тип билдәләне Иршат Аҫылғужин. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 2010 йыл аҙағында ойошторолған “Бизнес-үҙәге” башҡорттарҙы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә әүҙем йәлеп итергә, уларға мәғлүмәти-методик ярҙам күрһәтергә, Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәрендәге, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙәге бизнесмендарҙың үҙ-ара эш итеүен көсәйтергә тейеш.

Ултырышта ҡатнашыусыларға Мәсетле районында эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһындағы фильм күрһәтелде. Әле районда 722 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән. Был башҡа райондарҙағы ошондай уҡ күрһәткестән күпкә юғарыраҡ. Былтыр бөтә милек формаһындағы предприятиелар тарафынан 30 миллион һум самаһы аҡса үҙләштерелгән, 168 яңы эш урыны булдырылған. 34 бәләкәй бизнес субъекты эшен үҫтереү өсөн 100 мең һум күләмендә субсидия алған. Туғыҙ эшҡыуарға бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең республика программаһы сиктәрендә 3 миллион 300 мең һумдан ашыу субсидия бүленгән.

Бәләкәй бизнесты үҫтереүҙең төрлө өлкәләрен тикшереп, ултырышта ҡатнашыусылар был эште тотҡарлаусы ҡайһы бер проблемаларҙы билдәләне. Ундайҙарға норматив-хоҡуҡ базаһының етешһеҙлектәре, административ ҡаршылыҡтарҙың булыуы, биналар етмәү һәм юғары аренда түләүе, эшҡыуарҙарға консультация ярҙамы күрһәтеү һәм уҡытыу механизмдарының етмәүе инә. Сәнәғәт етештереүе, инновацион өлкә, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь өлкә, халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре, эске туризм төньяҡ-көнсығышта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең перспективалы йүнәлештәре тип билдәләнде.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән резолюцияла фекер алышыу барышында әйтелгән тәҡдимдәр сағылыш тапты. Атап әйткәндә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамын  бүлгәндә республика райондары һәм ҡалаларының социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен иҫәпкә алыу; яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға һалымдар күләмен кәметеү; ер пайҙарын рәсмиләштереүҙе аҙағына еткереү һәм ер участкаларын межалауға республика бюджетынан айырым маҡсатлы средстволар бүлеү; Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш зонаһын артабан үҫтереү буйынса комплекслы дәүләт программаһын ҡабул итеү зарурлығы билдәләнде.