4 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2011 йыл, 9:21

Төбәктәге һәр унынсы уҡытыусы – пенсионер

автор: Эльмира Сабирова

— Әгәр 2001 йылда һәр 19-сы уҡытыусы пенсия йәшендә булһа, 2011 йылда инде – һәр унынсыһы, — тине, БР Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рәхмәтуллина.

Ул педагогтар алдында торған төп проблема тип уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе атаны. Мәҫәлән, быйыл эшкә ҡабул ителгән уҡытыусыларҙың дөйөм иҫәбенән 62,8 процентының үҙ торлағы юҡ.

Вице-премьер иҫәпләүенсә, был көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн һәр районда һәм ҡалала мәғариф өлкәһендә кадрҙар потенциалын артабан үҫтереү һәм педагогтарҙың социаль-иҡтисади хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу буйынса саралар комплексын күҙ уңында тотоусы «Педагогик кадрҙар» маҡсатлы программаһын ҡабул итергә кәрәк.  

темалар: мәғариф