Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Белорет халҡы Масленицаға әҙерләнә

Йәмғиәт

Алдағы йәкшәмбелә, 6 мартта, Белорет районының Ҡаға ауылында бөтөн район халҡы өсөн Масленица байрамы үтәсәк. 2009 йылдан алып Ҡаға күңелле, шау-шыулы халыҡ байрамына бихисап ҡунаҡтар йыя. Бында ҡышты оҙатырға Белорет халҡы ғына түгел, Өфөнән, Магнитогорскиҙан, Төмән һәм Силәбе өлкәләренән дә киләләр. Был байрамда Германия һәм Ҡытайҙан да ҡунаҡтар булды.

Был көндө ауыл уртаһында, Мәҙәниәт йорто янында, оло байрам концерты үтәсәк. Байрам программаһында йәнә конкурстар, халыҡ уйындары, спорт ярыштары, аттар егеп, саналарҙа йөрөү, һәм, әлбиттә, ҡоймаҡтар менән һыйланыу ҡаралған. Йола буйынса һаламдан яһалған ҡарасҡы — «Масленица»ны яғыу байрам кульминацияһы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть