Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Республикала киҙеү менән сирләүселәр һаны кәмей бара

Йәмғиәт

Февралдең һуңғы аҙнаһында Башҡортостанда киҫкен респиратор вируслы инфекциялар (ОРВИ) менән сирләү бынан алдағы аҙналар менән сағыштырғанда 35 процентҡа кәмене. Бөтәһе ОРВИ менән 25 189 сирләү осрағы, шул иҫәптән 88 осраҡта киҙеү менән сирләү теркәлде. Был күп йылдар буйына күҙәтелгән кимәлдән 20 процентҡа артығыраҡ.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идарағының эпидемиологик күҙәтеү бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфө ҡалаһында 21 февралдән 27-һенә тиклем 7 400 ОРВИ осрағы, шул иҫәптән 17 киҙеү осрағы теркәлгән. Сирләү эпидемия сигенән 14 процентҡа түбәнерәк. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар һаны 27 процентҡа кәмене.

Теги: ОРВИ,киҙеү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть