3 декабрь, Шәмбе

02 март 2011 йыл, 16:50

Бүздәк районында ла үҙҙәренең координаталар системаһы буласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

14 марттан Башҡортостан Республикаһының Бүздәк кадастр районы территорияһында урындағы МСК-02 координаталар системаһы индерелә. Шулай итеп, ер төҙөлөшө, күсемһеҙ милектең дәүләт кадастрын һәм ер мониторингыһын алып барыу буйынса эштәр яңы система буйынса үткәреләсәк. Тейешле бойороҡ Росреестрҙың БР буйынса идаралығы менән сығарылған.

Документҡа ярашлы, ер төҙөлөшө, күсемһеҙ милектең дәүләт кадастрын һәм ер мониторингыһын алып барыу менән бәйле эштәрҙе башҡарыусы кешеләр күрһәтелгән датанан алып ерҙәрҙе файҙаланыу эштәрен һәм межа пландарын урындағы МСК-02 координаталар системаһында әҙерләргә тейеш.

Межа пландарын ҡабул итеүҙе һәм автоматлаштырылған мәғлүмәттәр системаһының мәғлүмәт базаһын тапшырыуҙы тәьмин итеүҙе БР Ер кадастр палатаһы ғәмәлгә ашыра.

Башҡортостанда бер нисә йыл дауамында күсемһеҙ милек менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы мәғлүмәт-техник инфраструктураһын һәм республиканың берҙәм геомәғлүмәт системаһын ойоштороу буйынса эш алып барыла. Уның һанлы картографик нигеҙе даими яңыртыла. Урындағы МСК-02 координаталар системаһы Башҡортостандың бер нисә кадастр районында индерелгән дә инде.