4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2011 йыл, 16:44

Аграрийҙар Тамбовта Рәсәй фермерҙарының XXII съезында ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Тамбовта Рәсәйҙең Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының (АККОР) XXII съезы асылды. Унда БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко етәкселегендә Башҡортостан аграрийҙары делегацияһы ла ҡатнаша. Көн тәртибендәге мәсьәләләр иҫәбендә — фермер хужалығының бөгөнгө хәле һәм проблемалары, ауылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә дәүләттең ролен күтәреү, АККОР-ҙың 2010 йылдағы эш йомғаҡтары һәм киләсәккә бурыстар.

Башҡортостан ауыл хужалығын үҫтереүҙә фермерлыҡ, ауылда хужалыҡ итеүҙең башҡа бәләкәй формалары һиҙелерлек роль уйнай. Республикала ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнеүсе 4122 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 292 шәхси эшҡыуар эшләй һәм 580 мең самаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә.

Республика иҡтисадында ауыл эшҡыуарлығының роле йылдан-йыл арта. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡарамағында 482,6 мең гектар ауыл хужалығы ерҙәре иҫәпләнә, граждандарҙың шәхси файҙаланыуында — 281 мең гектар.

Фермерҙар 877,7 мең баш самаһы һыйыр малы, 276,5 мең сусҡа, 789,2 мең һарыҡ һәм кәзә, 91 мең йылҡы малы, 259,3 мең умарта күсе, 5,4 млн ҡош-ҡорт аҫрай.

2010 йылда ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙең дөйөм күләмендә крәҫтиән (фермер) һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өлөшө 72,4 процент тәшкил итте.

Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүгә ярҙам итеү өсөн «2010-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү республика программаһы» ғәмәлгә индерелгән.

Съезд халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм Рәсәй ауылын тергеҙеүгә хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары өлөшөн артабан арттырыу юлдарын билдәләргә тейеш.