3 декабрь, Шәмбе

02 март 2011 йыл, 16:01

Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә иң яҡшы бүләк – «Әсәлек даны»

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

Өфөлә «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырыу тантанаһы үтте. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан юғары дәүләт наградаларын биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 72 ҡатын алды. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.

— Ҙур татыу ғаилә – ныҡлы дәүләт нигеҙе, шуға күрә һәр дәүләт күп балалы ғаиләләрҙе дәртләндерергә һәм уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тейеш,— тине Фидус Ямалетдинов.

Башҡортостанда бындай ярҙам һүҙҙә генә түгел, ысынбарлыҡта күрһәтелә. Мәҫәлән, 1998 йылдан алып республика тәүгеләрҙән булып күп балалы әсәләрҙе хөрмәтләү йолаһын тергеҙҙе. Атап әйткәндә, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарға «Әсәлек даны» миҙалы һәм уның менән бергә бер тапҡыр бирелеүсе 10 мең самаһы аҡса тапшырыла.  Бөгөн Башҡортостанда бындай биш меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ бар.  

Шулай уҡ республика Хөкүмәте был категориялағы ғаиләләр өсөн бер нисә ташлама билдәләгән: айлыҡ пособие, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, бушлай юл йөрөү, туҡланыу һәм мәктәп формаһы. Был ташламалар менән 230 миллион һумдан ашыу суммаға 23 мең ғаилә файҙаланған.

Бынан тыш, һуңғы ике йылда 48 күп балалы ғаилә торлаҡ һатып алыуға торлаҡ сертификаттары алған, был маҡсатҡа бюджет 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән.

— Әммә әле һаман торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар күп, — тине Фидус Ямалетдинов. Ул, Башҡортостандағы күп балалы ғаиләләргә ярҙам буйынса ошо һәм башҡа төрлө мәсьәләләргә артабан иғтибар арттырыласаҡ, тип билдәләне.

Яңы ғына «Әсәлек даны» миҙалын алған Йылайыр районынан Альпике Бочинская вице-премьерҙың күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү тураһындағы һүҙҙәре менән тулыһынса килешә.

— Беҙҙең кеүектәр бик аҙ. Бәлки, дәүләт ярҙамы йәш ғаиләләрҙе бер йәки ике түгел, ә биш һәм унан күберәк балалар табыуға этәрер, — ти ул.

Уның яҡташы Һабыр ауылынан Рәүилә Теүәлбаева ла бөгөн «Әсәлек даны» миҙалын алды, ул ете бала тәрбиәләй, шуларҙың береһен уллыҡҡа алғандар.

— Беҙ яҡшы, иркен йәшәйбеҙ, өйҙә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар: газ, һыу, ауылда — балалар баҡсаһы, мәктәп. Тормош иптәшем менән икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, мин – магазинда, ул – ауылдағы урман хужалығында. Балалар беҙҙең өсөн йөк түгел, бәхет, һәм балалар күп булған һайын, бәхет тә күберәк – беҙҙең ғаиләләрҙә шулай һалынған. Ирем дә, үҙем дә күп балалы ғаиләләрҙә тыуғанбыҙ, — тип йылмая ул.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: бөгөн наградланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың яртыһы тиерлек ғаиләһен хәстәрләү менән бергә производствола, социаль өлкәлә уңышлы эшләй. Әсәйҙәрҙең күбеһе балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, заводтарҙа тир түгә, улар араһында һауынсылар ҙа, Мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре лә бар, һәм был уларға иң иғтибарлы һәм һөйөклө әсә булып ҡалырға бер нисек тә ҡамасауламай.  Улар фекеренсә, матур, аҡыллы һәм бәхетле балаларҙы, шул иҫәптән бишәү-алтауҙы, тәрбиәләү һәр ҡатындың ҡулынан килерлек. Теләк кенә кәрәк.  

Наградлау тантанаһын йомғаҡлап, Фидус Ямалетдинов күп балалы әсәләрҙең барыһын да етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн менән ҡотланы, уларға ауыр, әммә изге хеҙмәте – балалар тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәтен еткерҙе, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.