6 декабрь, Шишәмбе

02 март 2011 йыл, 15:58

Баланы уллыҡҡа алыусыларға һиҙелерлек матди ярҙам күрһәтеләсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Шаршамбы, 2 мартта, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса Комитеты ултырышында депутаттар икенсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусы граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие тураһында» закон проектын ҡараны.

Закон проектына ярашлы, тәрбиәгә бала алған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие түләнә. Бүленгән средстволар ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, баланы дауалауға һәм белем биреүгә тотонолоуы мөмкин.  

— Беҙ баланы уллыҡҡа алыуҙы ылыҡтырғысыраҡ яһарға теләйбеҙ, — тине Комитет рәйесе Альбина Буранғолова. – Уллыҡҡа алыусылар һаны артасаҡ, тип өмөтләнәбеҙ. Әммә уллыҡҡа алыусы, опекун һәм баланы аҫрауға алыусы ата-әсә булырлыҡ кешеләр сикләнәсәк.

Альбина Буранғолова билдәләүенсә, һуңғы йылда уллыҡҡа алыусылар һаны кәмене. Комитет тәҡдим иткән социаль ярҙам сараһы уллыҡҡа алыу өсөн стимул буласаҡ.

Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, атап әйткәндә, Калининград, Киров, Пенза, Тамбов һәм Ульяновск өлкәләрендә, Краснодар, Пермь һәм Ставрополь крайҙарында, баланы уллыҡҡа алыусылар өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр күләме билдәләнде лә инде. Түләүҙәр күләме — 50 меңдән 615 мең һумға тиклем.