4 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2011 йыл, 15:31

Күгәрсен районында 170 ауыл Советы депутатын һайлаясаҡтар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Күгәрсен районында 13 мартта 20 ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайлаясаҡтар. 170 мандатҡа 355 кандидат дәғүә итә.

Күгәрсен районы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Николай Гаврилов хәбәр итеүенсә, 162 кандидат — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан, 18 – «Ғәҙел Рәсәй»ҙән, 14 ЛДПР-ҙан күрһәтелгән. КПРФ вәкилдәре депутат урыны өсөн үҙ-үҙен күрһәтеүселәр иҫәбендә көрәшәсәк.  

Николай Гавриловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, районда һайлауға килеүҙе 90 процент кимәлендә көтәләр.

— Бынан алдағы һайлауҙар үткәреү тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ҙур булмаған тораҡ пункттарында йәшәүселәр һайлауға барыһы ла тиерлек килә, — тип аңлатты ул. — Мораҡ һәм Йомағужа кеүек ҙур ауылдарҙа, ғәҙәттә, һайлауға халыҡтың 70 проценты тирәһе килә.

темалар: һайлауҙар