11 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2011 йыл, 15:06

Башҡортостандың бәләкәй агробизнесы 2,4 миллиард һумдан ашыу суммаға кредиттар алды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының ХХII съезы алдынан ауылдарҙағы бәләкәй хужалыҡ формаларына ярҙам итеү буйынса башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалында республиканың бәләкәй агробизнесы вәкилдәренә 2,4 млрд һум дөйөм суммаға 10,5 меңдән ашыу кредит бирелгән. Шәхси ярҙамсы хужалығы булған граждандар банк кредиттары ярҙамында ғына миллиард һум самаһына — ауыл хужалығы малдары, 610 миллион һумдан ашыулыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алған, 230 миллион һумға мал аҫрау өсөн биналар төҙөгән йәки реконструкциялаған.

Ағымдағы йылда банк хужалыҡтарҙың бәләкәй формаларына кредит ярҙамын киңәйтергә ниәтләй. Башҡортостандағы филиалдың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы, ауыл хужалығы кредит кооперативтарын кредитлауҙы дүрттән бер өлөшкә арттырыу планлаштырыла. Был маҡсатҡа ярты миллиард һум бүленгән.

Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, шул иҫәптән бәләкәй бизнес өсөн кредит ресурстарын алыуҙы еңелләштереү маҡсатында, банк уҙған йылда ғына алты тапҡыр процент ставкаларын кәметкән. Бынан тыш, кредит алыу процедураһын ябайлаштырыу өсөн бурысҡа аҡса алыусыларҙан талап ителгән документтар исемлеге ҡыҫҡартылған, шулай уҡ халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланған кредит продукттары буйынса кредит заявкаларын ҡарау ваҡыты кәметелгән.