Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Милләт-ара татыулыҡ йылына арналған эмблеманы эшләүгә конкурс

Сәйәсәт

Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡ йылы эмблемаһын эшләүгә ижади конкурс старт алды. 1 марттан 1 апрелгә тиклем республика Президенты Хакимиәтендә эмблеманың график проекттары формаһында конкурс эштәре ҡабул ителә.

Конкурста төбәктә йәшәгән һәр кеше ҡатнаша ала.

Эштәр электрон йәки ҡағыҙға төшөрөлгән формала булыуы мөмкин. Эмблема эскиздары аҫтында идеяны тасуирләгән аңлатмалы яҙыу булырға тейеш. Дәғүәселәргә шулай уҡ үҙе тураһында тулы мәғлүмәт бирергә кәрәк: фамилияһы, исеме, атаһының исеме, эшләгән йәки уҡыған урыны, индексы менән почта адресы, бәйләнеш телефоны, e-mail.

Конкурста ҡатнашыусылар еңгән осраҡта үҙе тәҡдим иткән эмблема проектын БР Президенты Хакимиәтенә файҙаланырға рөхсәт итеү һәм артабан тейешле килешеү төҙөү тураһында яҙма ризалыҡ бирергә тейеш.  

Эштәр 450101, Өфө, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте («Конкурсҡа» билдәһе менән) адресы буйынса ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: + 7 (347) 250-02-06.

Электрон адрес: prps@presidentrb.ru

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть