11 декабрь, Йәкшәмбе

02 март 2011 йыл, 12:04

Марсель Сәлимов Шиғриәт академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланды

автор: Әлим Фәйезов

Билдәле башҡорт яҙыусы-сатиригы һәм шағир-юморисы, Сергей Михалков исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты Марсель Сәлимов Шиғриәт академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланды. Рәсәйҙә илебеҙ халыҡтарының ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүсе мәҙәниәт үҙәге булараҡ төҙөлгән Академия эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — федераль программалар сиктәрендә йыллыҡ «Шиғриәт академияһы» альманахы тирәләй күп һанлы әҙәби йүнәлештәрҙе берләштереү, Шиғриәт көнөндә ЮНЕСКО яҡлауында халыҡ-ара шиғриәт форумдары үткәреү.

ЮНЕСКО ҡарары менән йыл һайын 21 мартта билдәләнгән Бөтөн донъя шиғриәт көнө алдынан, «Московский писатель» нәшриәтендә «Шиғриәт академияһы» альманахының бөйөк рус ғалимы һәм шағир Михаил Васильевич Ломоносовтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған сираттағы һаны донъя күрҙе, унда Валентин Устинов, Станислав Куняев, Иван Переверзин, Владимир Бояринов, Геннадий Иванов, Владимир Гусев (Мәскәү), Глеб Горбовский (Санкт-Петербург), Любовь Ладейщикова (Екатеринбург), Рауил Бухараев (Лондон), Армас Мишин (Карелия) кеүек Рәсәйҙең танылған шағирҙарының  шиғырҙары баҫылған. Башҡорт шиғриәтен альманахта Шиғриәт академияһының яңы һайланған ағза-корреспонденты Марсель Сәлимов тәҡдим итә. Йыллыҡ альманахҡа уның Мәскәү шағирҙары Николай Переяслов һәм Иван Тертычный тәржемәһендә лирик һәм юмористик шиғырҙары индерелгән.