Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Илеш районы халҡына күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәүҙә ярҙам иттеләр

Иҡтисад

Илеш районының төпкөл тораҡ пункттарында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар менән алыш-биреш итеү буйынса документтарҙы теркәү буйынса күсмә ҡабул итеүҙәр үтте. Уларҙа Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Илеш районы бүлеге, БР буйынса «Ер кадастр палатаһы» федераль дәүләт учреждениеһының райондағы филиал-бүлеге һәм Техник инвентаризация бюроһы белгестәре ҡатнашты. Күсмә ҡабул итеүҙәргә урындағы БТИ хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү арҡаһында халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр иҫәбе бермә-бер артты.  

Росреестрҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күсмә ҡабул итеүҙәр ике көн дауамында алып барылған. Беренсе көндә белгестәр 78 документтар пакетын ҡабул иткән, 15 кешегә консультация биргән.

Икенсе көндә күсмә ҡабул итеү барышында Ҡужбаҡты ауыл советы (унда 1115 кеше йәшәй) халҡы  күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар буйынса төҙөлгән килешеү ҡағыҙҙарын дәүләт теркәүенә  25 документтар пакеты тапшырған. Йәнә 15 граждан консультациялар алған. Бынан тыш, ике кеше, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, документтарын үҙ өйөндә тапшырған.  

Киләһе күсмә ҡабул итеүҙәр Иглин һәм Дәүләкән райондарында көтөлә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть