Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Производствола имгәнгәндә түләүҙәргә 780 млн һум бүленде

Иҡтисад

Башҡортостан Соцстрах Фондының 2010 йылда производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һәм профессиональ ауырыуҙар менән бәйле түләүҙәргә сығымдары 780 миллион һум тәшкил итте. Шуның 77 проценты производствола бәхетһеҙлек осраҡтары һәм профессиональ ауырыуҙар менән бәйле төбәк бүлексәһендә иҫәптә торған 9972 кешене страховка менән тәьмин итеүгә йүнәлтелде. Улар айлыҡ һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ала.  

РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быға өҫтәп 1148 зыян күреүсе Рәсәй Федерацияһының санатор-курорт учреждениеларында реабилитация курсы үтте. 2010 йылда Фонд средстволары иҫәбенә республикала йәшәүсе 548 кеше кәрәкле протездар, ә 66 кеше махсус автотранспорт менән тәьмин ителде. Бөтә был саралар ҡазаға тарыусыларҙың уңышлы социаль яраҡлашыуына булышлыҡ итә. Производствола имгәнеүсе граждандарҙың 19 проценты эшләүен дауам итеүе лә ошо турала һөйләй.  

Алты йылда инвалидтарҙы техник реабилитация саралары һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеүгә федераль бюджеттан бөтәһе 1 млрд 190 млн һум самаһы аҡса бүленде. Йыл һайын 62 меңдән ашыу инвалид реабилитация саралары алды. Бынан тыш, төбәк бүлексәһе льготалы категория граждандарына һәм уларҙы оҙатыусыларға 1 млрд һумдан ашыуға 79 мең санатор-курорт путевкаһы бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть