6 декабрь, Шишәмбе

02 март 2011 йыл, 11:12

11 мартта «Өфө» универмагында бүләктәр уйнатыласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Өфө» универмагы һәм «Президент-отель» ҡунаҡхана комплексы реклама акцияһын үткәрә. «Өфө» универмагында мең һумдан ашыу хаҡҡа тауар һатып алған һәр кеше мотлаҡ бүләк аласаҡ («Мегаполис» мәҙәни-күңел асыу үҙәгенән киноға, боулинг һәм бильярдҡа саҡырыу билеттары). Бынан тыш, һатып алыусы бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашасаҡ, унда төп приз -  «Президент-отель» комплексында сихри уикенд.

Бүләктәр уйнатыу 11 мартта «Өфө» универмагында үтәсәк.

Киске сәғәт 7-лә башлана.

темалар: анонс