10 декабрь, Шәмбе

02 март 2011 йыл, 10:32

9 мартта Өфөлә VI Инновация-сәнәғәт салоны эшләй башлаясаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

9 мартта Өфөнөң Спорт һарайында VI Инновация-сәнәғәт салоны асыла. Ул «Промэкспо-2011», «Станоктар һәм инструмент», «Насостар һәм компрессорҙар» кеүек махсуслашҡан күргәҙмәләрҙе лә үҙ эсенә ала.  

Форумды ойоштороусылар булып Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы ярҙамында Башҡортостан күргәҙмә компанияһы менән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай.  

Салонда ҡатнашыу башҡаларҙы яңы сәнәғәт ҡорамалдары һәм технологияларын эшләп сығарыу буйынса ҡаҙаныштар менән таныштырырға, ҡорамалды ҡулланылышта күрһәтергә, белгестәр менән һөйләшеүҙәр үткәрергә, потенциаль партнерҙар даирәһен киңәйтергә уникаль мөмкинлек бирәсәк.

Эш программаһы сиктәрендә бихисап семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған.

Сара сәғәт 12-лә башлана.

темалар: күргәҙмәләр