7 декабрь, Шаршамбы

02 март 2011 йыл, 10:42

Японияның «ITOCHU» сауҙа йорто делегацияһы килде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанға Японияның «ITOCHU» сауҙа йортонан эшсе төркөм килде. Делегация Сибайға барып, унда ҡала предприятиелары күргәҙмәһе һәм «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы эше менән танышасаҡ.

Япониянан ҡунаҡтар Сибайҙың ҡайһы бер ойошмалары етәкселәре менән хеҙмәттәшлектең төрлө йүнәлештәрен тикшерәсәк. Атап әйткәндә, тау машиналары һәм ҡорамалдары йыйыу буйынса завод төҙөү проекты тураһында һүҙ барасаҡ. Бынан тыш, «СибайЛесПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте базаһында ағасты тәрән эшкәртеү буйынса юғары етештереүсәнле производство һәм базальт сүс нигеҙендә йылылыҡ үткәрмәүсе төҙөлөш материалы производствоһы төҙөү перспективаларын тикшереү планлаштырылған.

Белоретта ла ошондай осрашыу үткәреләсәк, тип көтөлә. Бында «ITOCHU» сауҙа йорто делегацияһы төҙөлөш, урман хужалығы һәм металлургия мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирәсәк. Һуңынан эшсе төркөм Благовещенға юлланасаҡ, бында «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең технологик етештереү циклы менән танышасаҡ.

Республика буйлап үҙ эш сәфәрен Япониянан ҡунаҡтар 4 мартта Өфөлә тамамлаясаҡ. Башҡортостан баш ҡалаһында улар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «IТОСHU» корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында протоколға ҡул ҡуйырға, шулай уҡ ҡаланың сәнәғәт предприятиеларына барырға планлаштыра.