8 декабрь, Кесе йома

02 март 2011 йыл, 9:31

Һаҡлыҡ банкыһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

автор: Рәсул Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 1 мартта, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы президенты, идара рәйесе Герман Греф хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Республика башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, Һаҡлыҡ банкыһы менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу төбәк өсөн стратегик яҡтан мөһим эш булып тора.

— Халҡыбыҙҙың күпселек өлөшө ошо банк хеҙмәттәренән файҙалана. Республика Хөкүмәте менән Һаҡлыҡ  банкыһы араһындағы хеҙмәттәшлек граждандарҙың тормош кимәлендә ыңғай сағылырға тейеш, — тине Башҡортостан Президенты. — Беҙҙең иҡтисад тулыһынса тиерлек шуға йәлеп ителәсәк. Атап әйткәндә, һүҙ торлаҡ мәсьәләһе, ипотека кредиттары, бәләкәй һәм урта бизнесты, ауыл хужалығын үҫтереү тураһында бара.

— Ресурстарыбыҙҙа сикләүҙәр юҡ. Проекттар республика етәкселегенә күпме талап ителә, шул тиклем финансларға әҙербеҙ, — тине Герман Греф. — Мин Өфөләге производство берләшмәләренең береһендә булдым һәм уртаҡ проекттар  әҙерләрбеҙ тип уйлайым. Шулай уҡ Башҡортостанда электрон карта менән эшләүҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Бында ундай карта булыуын беләм, әммә беҙ башҡасараҡ технология тәҡдим итәбеҙ. Торлаҡ мәсьәләһе айырым иғтибар талап итә. Төбәктең алдағы йылдарға торлаҡ  төҙөлөшө күләмен арттырыу буйынса пландары ҙур. Әммә уртаса хеҙмәт хаҡы ҙур түгел. Беҙҙә ипотека буйынса ҡулай процент ставкалары тәҡдим итеүсе программалар эшләй.

Һаҡлыҡ банкыһы етәксеһе Башҡортостан менән төрлө йүнәлештәр буйынса оҙайлы һәм һөҙөмтәле хезмәттәшлек итеүгә ышаныуын белдерҙе.

— Рәсәй Федерацияһының башҡа ҡайһы бер субъекттары менән сағыштырғанда, Башҡортостанда иҡтисади хәл насар түгел. Республиканың мөмкинлектәре бик ҙур. Күп кенә төбәктәр бер нисә йыл дауамында булдыра  алмаҫтай нәмәләр ҙә бар бында. Башҡортостан етәкселеге Һаҡлыҡ банкыһының хеҙмәттәшлектә тотороҡло финанс терәге буласағына ышана ала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Герман Греф.