9 декабрь, Йома

01 март 2011 йыл, 17:53

Башҡортостанда ике сыуаш эшмәкәренең юбилейҙары билдәләнәсәк

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов күренекле халыҡ мәғарифы эшмәкәре, сыуаш мәғрифәтсеһе П.М. Мироновтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы һәм Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры Я.Г.Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға (2011 йылдың 28 февраленән УП-66 һанлы Указ) ҡул ҡуйҙы.

Сыуаш мәғрифәтсеһе Павел Миронович Мироновтың Башҡортостан Республикаһында сыуаш халҡының белемен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен һәм Сыуашстандың халыҡ шағиры Яков Гаврилович Ухсайҙың Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәтенә тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, юбилей саралары үткәреләсәк.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә юбилей сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын билдәләргә; юбилей саралары планын эшләргә һәм раҫларға, уға П.М. Мироновҡа һәйкәл эшләүҙе һәм ҡуйыуҙы, А.А. Кондратьевтың “Ученый-просветитель Павел Миронов” китабын нәшер итеүҙе, Бәләбәй ҡалаһында Я.Г. Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үткәреүҙе индерергә; билдәләнгән тәртиптә ошо Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.  

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.