Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Октябрьскийҙа йылдың иң яҡшы уҡытыусылары исемдәре аталды

Йәмғиәт

Октябрьский ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында «Йыл уҡытыусыһы-2011» конкурсы финалы үтте. Ярыштарҙың йомғаҡлау этабына ҡаланы һигеҙ педагогы сыҡты. Профессиональ оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһе 13-сө урта мәктәптән Елена Колбасова булды. Икенсе урынды ике педагог – 11-се татар гимназияһынан Оксана Колесникова менән Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайынан Ольга Казанцева, өсөнсө урынды 10-сы урта мәктәптән Зинаида Поварова яуланы.

Был конкурс инде 21-се тапҡыр үткәрелә. Ул «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ижади эшләүсе педагогтарҙы асыҡлау, яҡлау һәм дәртләндереү, уҡытыусы хеҙмәте абруйын күтәреү, ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыларының тәжрибәһен таратыу маҡсатында үткәрелде, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть