9 декабрь, Йома

01 март 2011 йыл, 17:13

Йәш белгестәрҙе агросәнәғәт комплексы предприятиеларына йәлеп итеүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтәсәк

автор: Марина Шумилова

5 мартта Иглин районының хакимиәт үҙәге — Иглин ауылында йәш белгестәрҙе агросәнәғәт комплексы предприятиеларына йәлеп итеүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Уны ойоштороусылар булып БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм Рәсәй ауыл йәштәре ойошмаһының төбәк бүлексәһе сығыш яһаны.  

Түңәрәк өҫтәлдә Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, Рәсәй ауыл йәштәре ойошмаһы активистары, Иглин, Нуриман һәм Ҡариҙел райондарының йәштәр советы ағзалары, Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы вәкилдәре, ауылда эшләгән йәш белгестәр ҡатнашасаҡ. Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, йәш ғаиләләрҙе һәм йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, ауылда инновацион технологиялар индереү, инфраструктураны үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк.

Был сарала ҡатнашыусылар бер нисә ауыл хужалығы предприятиеларын барып ҡараясаҡ, унда йәш белгестәр менән осрашасаҡ. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә йәш белгестәрҙе агросәнәғәт комплексы предприятиеларына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән рекомендациялар ҡабул ителәсәк.

Түңәрәк өҫтәл район Мәҙәниәт йортонда үтәсәк. Башлана — 11 сәғәттә.