11 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2011 йыл, 16:57

Таможняла кинологтар эшләүе енәйәт эше асыуға килтерҙе

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостан таможняһы наркотиктар контрабандаһы факты буйынса дүрт енәйәт эше ҡуҙғатты. Быға кинология үҙәге хеҙмәткәрҙәрен һәм уларҙың эттәрен йәлеп итеү булышлыҡ итте.  

«Өфө аэропорты» таможня посында лабрадор Джимми Үзбәкстанға осоусы пассажирҙарҙың багаждарын «тикшерҙе». Эт спорт сумкаһына күрһәтте, унда «Бензонал» тип яҙылған таблеткалар төргәге табылды. Тартып алынған 44 таблетка эксперт-криминалистика лабораторияһына экспертизаға тапшырылды. Уларҙа «Үтә көслө матдәләр исемлеге»нә индерелгән бензобарбитал һәм фенобарбитал таптылар. Үтә көслө «Бензонал» таблеткаларын сығарырға маташыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.  

Һиндостандан килгән өс рәсәйлене Руби немец овчаркаһы менән Цера кокер-спаниеле тотто.

— Эттәр пассажирҙарҙа хәшиш булыуын һиҙҙе. Наркотиктар контрабандаһы буйынса тағы өс енәйәт эше ҡуҙғатылды. Шулай итеп, заманса технологиялар күп булыуға ҡарамаҫтан, тыйылған матдәләрҙе асыҡлау өсөн иң йоғонтоло сара булып эттең һиҙгер танауы ҡала, — тип билдәләне Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәре Елена Безверхая.