5 декабрь, Дүшәмбе

01 март 2011 йыл, 16:11

«Ҡыҙыл паша»ның 120 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Март аҙағында Башҡортостанда «Рәсәй һәм ислам донъяһы: цивилизациялы үҙ-ара хеҙмәттәшлек тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара конференцияһы үтәсәк, тип хәбәр итте БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина.

Уның әйтеүенсә, конференция күренекле дипломат, Яҡын Көнсығышта «Ҡыҙыл паша» исеме алған яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала. Фәнни форум был юбилейҙы байрам итеү сиктәрендә иң ҙур сара булып торасаҡ.  

— Конференцияның маҡсаты – Рәсәйҙең ислам донъяһы дәүләттәре менән мөнәсәбәттәрен ҡороуҙың тарихи тәжрибәһен ҡарау, — тине Зөһрә Рәхмәтуллина. – Унда исемдәре бөтөн донъяға билдәле ғалимдар, сәйәси эшмәкәрҙәр, дипломатик даирәләр вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Конференция сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр үтәсәк, Рәсәй Фәндәр академияһы академиктарының китаптарын презентациялау һәм Кәрим Хәкимовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында документтар күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.  

Зөһрә Рәхмәтуллинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, тантаналы сарала ҡатнашыусыларға «Кәрим Хәкимов. Кремлдең Яҡын Көнсығыштағы вәзире» документаль фильмы күрһәтеләсәк, ә Башҡорт дәүләт академия драма театрында Нәжип Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы мотивтары буйынса театрлаштырылған тамаша үтәсәк.

Кәрим Хәкимовтың 120 йыллығы айҡанлы тантаналар Өфөлә генә түгел, дипломаттың тыуған яғы – Бишбүләк районында ла үтәсәк.