Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.55 ↑

EUR 63.61 ↓

24 май, Шаршамбы

Уфа   °

Суд приставтарының ышаныс телефоны тәүләк әйләнәһенә эшләй

Йәмғиәт

Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында өс йыл инде ышаныс телефоны эшләп килә. Һәр граждан (347) 273-59-82 номеры буйынса шылтырата ала.

Бөтә белдереүҙәр иҫәпкә алынып, махсус журналда теркәлә бара. Был суд приставтары хеҙмәте эшмәкәрлегенә бәйле граждандарҙың мөрәжәғәттәрен һәм ғаризаларын ваҡытында һәм ентекле ҡарарға ярҙам итә. Шуны әйтергә кәрәк, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының ышаныс телефоны белешмәләр өсөн телефон түгел. Ул коррупция күренештәрен асыҡлау ҡоралдарының береһе булып тора.  

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының ышаныс телефоны — ул граждандар һәм ойошмаларҙың территориаль органдың вазифалы кешеләре боҙған хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эште камиллаштырыу маҡсатында, вазифалы хеҙмәткәрҙәр юл ҡуйған коррупция һәм башҡа хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы асыҡлау өсөн булдырылған граждандар һәм ойошмалар менән бәйләнеш каналы.  

Телефон тәүлек әйләнәһенә эшләй, мөрәжәғәт конфиденциаллеге гарантиялана, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть