7 декабрь, Шаршамбы

01 март 2011 йыл, 15:23

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Башҡортостан Хөкүмәтенә «Ҡыҙыл паша»ның документтарын тапшырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә ватаныбыҙҙың арҙаҡлы дипломаты, Яҡын Көнсығышта «Ҡыҙыл паша» исемен алған яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡындағы документтарҙың күсермәләрен тапшырҙы.  

Документтар тапшырыу тантанаһы 1 мартта үтте. Рәсәй Сил ил эштәре министрлығы яғынан ҡабул итеү-тапшырыу актына — Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Илшат Миңлебаев, республика Хөкүмәте яғынан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ҡул ҡуйҙы.  

Дөйөм алғанда Өфөгә Мәскәүҙән 20 документ бирелде. Улар быйыл республикала Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуын байрам итеү уңайынан үтәсәк тантаналы сараларҙа күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.  

Зөһрә Рәхмәтуллина һүҙҙәренсә, тапшырылған документтар өсөн  БР Хөкүмәтенән Рәсәй Сит ил эштәре министрлығына рәхмәт хаты ебәреләсәк.

Тапшырылған документтар тураһында тулыраҡ материалды «Башинформ» агентлығы сайтының «Тулылыҡ» бүлегендә уҡығыҙ: http://www.bashinform.ru/podrob/343743/.

темалар: тышҡы сәйәсәт