Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Урман хужалығы предприятиеларының эш хаҡы түләү буйынса бурысы бар

Иҡтисад

Быйылға Башҡортостан урман хужалығына субвенциялар суммаһы 409,6 млн һум тәшкил итә, был уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 9,5 процентҡа күберәк. Был турала БР Урман хужалығы министрлығы коллегияһы ултырышында ведомство башлығы Рәжәп Нәбиуллин хәбәр итте.

— Былтырғы йомғаҡтар буйынса бюджеттарға түләүҙәр кереме планы арттырып үтәлде һәм 122,3 процент тәшкил итте, — тине ул. — Федераль бюджетҡа – 127,2 млн һумдан ашыу, республика бюджетына 97,2 млн һум аҡса инде. Шул иҫәптән аукциондарҙа урман үҫентеләрен һатыуҙан – 52,9 млн һум, ағас әҙерләү маҡсатында урман участкаларын ҡуртымға алған өсөн 47,6 млн һум алынды.

Шулай уҡ дәүләт урман учреждениеларында һәм дәүләт унитар предприятиеларында эш хаҡы түләү тураһында ла һүҙ алып барылды. 2010 йылда бында уртаса айлыҡ эш хаҡы 12,5 мең һум тәшкил итте.    

— Әммә 18 февралгә ҡарата «Бөрйән урманы», «Нуриман урманы» һәм «Учалы урманы» кеүек предприятиеларҙа кисектерелгән бурыс һаҡлана, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәжәп Нәбиуллин. — Бөтә был дәүләт унитар предприятиелары урмандарға бай райондар территорияһында урынлашҡан. Был предприятиелар етәкселәре хәҙерге шарттарҙа эшләргә һәләтһеҙ, тигән һығымта яһалды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть