Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Милиция әкренләп полицияға әйләнә

Йәмғиәт

1 мартта «Полиция тураһында закон» көсөнә инде. Документ бөгөнгө көндән киҫкен үҙгәрештәр күҙалламай. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 2012 йылдың 1 мартына тиклем милиционерҙар булып ҡаласаҡ. Шул ваҡытта ғына улар  яңы «полиция» формаһын кейәсәк. Уны раҫларға һәм тегергә лә кәрәк әле.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар эш хаҡының артыуын да әле генә күрә алмаҫ, моғайын. Ул 2012 йылдың 1 ғинуарынан көтөлә ине. Ысынбарлыҡта эш хаҡын арттырыуҙы бер нисә йылға кисектереп тороуҙары ихтимал, сөнки үҙгәртеп ҡороуҙарға аҡса күп китәсәк.  

Киләһе Яңы йылға тиклем аттестациялар һәм штат иҫәбен ҡыҫҡартыу үткәреләсәк. Ведомство структураһы быйыл уҡ үҙгәрергә тейеш.  

— Беҙ федераль министрлыҡтың приказдарын көтәбеҙ, — тип хәбәр итте БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов. — Милиционерҙар бөгөнгө көндән башлап исеме, фамилияһы, вазифаһы күрһәтелгән бейдждар тағып йөрөргә тейеш. Ә ҡулға алынғандарға телефондан һөйләшеүгә мөмкинлек бирелә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть