9 декабрь, Йома

01 март 2011 йыл, 12:18

«Туған тел–2011» Республика татар йыры конкурсы Дүртөйлөлә үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Туған тел» Республика татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсын үткәреү урыны үҙгәрә. Быйылдан башлап ул элекке кеүек Өфөлә түгел, ә Дүртөйлөлә үтәсәк.

Йәш таланттарҙы бында көтәләр ҙә инде: сираттағы, иҫәбе буйынса туғыҙынсы конкурс Дүртөйлөлә 17-18 мартта үткәрелә. Унда ҡатнашыу өсөн 15 йәштән 30 йәшкә тиклемге татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын һәүәҫкәр башҡарыусылар саҡырыла. Был категорияға шулай уҡ урта махсус уҡыу йорттары вокал бүлектәренең беренсе һәм икенсе курс студенттары, махсус белемле, ләкин профессиональ сәнғәт өлкәһендә эшләмәгән солист-вокалистар ҙа ҡарай. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре вәкилдәре лә конкурста ҡатнаша ала.

Һайлап алыу этабында конкурсанттарға ике әҫәр башҡарырға тәҡдим ителә: татар халыҡ йыры, татар йәки башҡорт композиторы йыры йәки автор йыры — башҡарыусының һайлауына ҡарап. II турға үткән ҡатнашыусылар яңы программа тәҡдим итә.

«Туған тел» конкурсының гала-концерты 18 мартта үтәсәк. Финалға сығыусылар менән бергә унда популяр башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары ҡатнашасаҡ.