4 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2011 йыл, 11:25

2010 йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең табышы 20 млдр 278 млн һумдан ашты

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2010 йылдағы эшенә яҡынса йомғаҡ яһаны. Предприятиеның табышы 20 миллиард 278 миллион һумдан ашҡан (2009 йыл йомғаҡтары буйынса табыш 20014 миллион һум тәшкил иткән булған).

Уҙған йылда АЛ-31Ф серияһы авиадвигателдәре менән тәьмин итеү һәм уларҙы сервис хеҙмәтләндереүе буйынса контракттар һәм килешеүҙәрҙе үтәүҙән алынған килемдәр табыштың төп өлөшөн тәшкил иткән. Экспорт өлөшө дөйөм етештерелгән продукция күләменең 75,6 процентына еткән (был күрһәткес экспортҡа продукция етештергән Рәсәй самолет эшләү предприятиеларына тауар ташыуҙы ла үҙ эсенә ала).

ӨМЭПБ-ның йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса идаралығынан аңлатыуҙарынса, был мәғлүмәт акционерҙар йәмғиәтенең производство һәм финанс эшмәкәрлеге тураһында аудит тикшереүен үтмәгән оператив мәғлүмәт нигеҙендә әҙерләнгән.