8 декабрь, Кесе йома

01 март 2011 йыл, 10:17

Рөстәм Хәмитов төбәк лидерҙары араһында Топ-10 иң яҡшы лоббист иҫәбенә инде

автор: "Башинформ"

2011 йылдың ғинуарында Иҡтисади яңылыҡтар агентлығы «Независимая газета» заказы буйынса үткәргән тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй төбәк башлыҡтары араһында Топ-10 иң яҡшы лоббистар рейтингына инде. Тикшереүҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарының төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән эш итеү һөҙөмтәлелеге баһаланды.

Төбәк лидерҙары араһында Башҡортостан Президенты 10-сы урын яуланы һәм «Көслө һөҙөмтәлелек» төркөмөндә нығынды. 2010 йылдың декабрендәге ошо уҡ тикшеренеү менән сағыштырғанда Рөстәм Хәмитовтың рейтингы бер пунктҡа күтәрелде.

Был төркөмдә Рөстәм Хәмитов менән бергә Нижегородка өлкәһе Губернаторы Валерий Шанцев (11-се урын), Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов (12-се урын), Свердловск өлкәһе Губернаторы Александр Мишарин (14-се урын), Силәбе өлкәһе Губернаторы Михаил Юревич, Ленинград өлкәһе Губернаторы Валерий Сердюков (икеһе лә — 16-17-се урындар) кеүек төбәк башлыҡтары килә, тип хәбәр итә Башҡортостан Президенты матбуғат хеҙмәте.