4 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2011 йыл, 14:46

Чехия һәм Венгрия Башҡортостандың инвестиция төҙөлөш проекттарында ҡатнашырға әҙер

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында комитет рәйесе Хәлит Мәхмүтовтың Чехия һәм Венгрия республикаларының төҙөлөш компаниялары вәкилдәре менән эшлекле осрашыуы үтте.

Европалағы ҙур төҙөлөш компанияларының береһе – Чехияның «OHL ZS» акционерҙар йәмғиәте исеменән Властимил Врана һәм Константин Янюк сығыш яһаны.

«OHL ZS» акционерҙар йәмғиәте – 60 йыллыҡ тарихы булған мультипрофессиональ фирма. Ул тимер юл, трамвай, автоюл һәм башҡа төр транспорт ҡоролмаларында махсуслашҡан, шулай уҡ ер өҫтө һәм ер аҫты төҙөлөшө, шул иҫәптән сәнәғәт объекттары, һыу таҙартыу, сүп-сар яндырыу һәм спорт ҡоролмалары төҙөлөшө өлкәләрендә киң эшмәкәрлек йәйелдергән.

Властимил Врана фекеренсә, Чехия компанияһы Башҡортостандың эре инвестиция төҙөлөш һәм сәнәғәт проекттарына ҡыҙыҡһыныу белдерә. Был маҡсатҡа Европаның финанс сығанаҡтарын йәлеп итеү күҙаллана. Проекттарҙың хаҡы – 40 миллион евронан алып. Венгрияның «ЗападВостокИнвест» компанияһы биш миллион евронан ашыулыҡ проекттарҙа ҡатнашырға әҙер.

«Башинформ» агентлығына БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Фидарис Багаевтың хәбәр итеүенсә, яҡтар тәғәйен инвестиция проекттарын тикшереү һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға әҙерләү буйынса эш төркөмө төҙөү тураһында килешкән.