9 декабрь, Йома

28 февраль 2011 йыл, 9:35

Октябрьскийҙа балалар өсөн автобустар һатып алынды

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Октябрьский ҡалаһында мәктәп уҡыусыларын йөрөтөү өсөн ҡала бюджеты иҫәбенә өс автобус һатып алынған.

Hyundai фирмаһының Таганрог автомобиль заводында йыйылған автобустарында уҡыусыларҙың хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бирелгән.

Һәр автобусҡа сәғәтенә 60 километрлыҡ тиҙлек сикләү системаһы, ишектәр асыҡ булғанда хәрәкәт итә алмау, хәүефһеҙлек ҡайыштары, уңайлы ултырғыстар, асылмаҫлыҡ итеп яһалған тәҙрәләр ҡуйылған. 18 урын – балалар, берәү тәрбиәсе өсөн тәғәйенләнгән. Салонда һәр рәттә шоферҙы саҡырыу төймәһе ҡуйылған. Автобуста ике вентилятор, бынан тыш өҫтәлмә баҫҡыстар, ултырғыстар өҫтөндә багаж ҡуйыу урындары бар. Һәр автобусҡа “ГЛОНАСС” спутник навигация ҡорамалы ҡуйылған. Теләһә ниндәй ваҡытта транспорттың ҡайҙалығын белеү мөмкинлеге бар. Автобустар сағыу һары төҫкә буялған, яҡтылыҡты сағылдырыусы алыҫтан күренеп тороусы билдәләр менән йыһазландырылған.