Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

«Китап» нәшриәте китаптары менән Германияла ҡыҙыҡһыналар

Иҡтисад

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән генә түгел, шулай уҡ сит илдәр менән дә мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү сәйәсәтен дауам итә.

Мәҫәлән, Лейпциг ҡалаһындағы Германия Милли китапханаһы Башҡортостан китабы менән ҡыҙыҡһыныу белдергән. Был китапхана ГФР китап һәм нәшриәт эшмәкәрлеге үҙәге булып тора. Милли немец әҙәбиәте өлгөләрен йыйыуҙан тыш, 1912 йылда урындағы нәшриәтселәр һәм китап менән сауҙа итеүселәр башланғысы буйынса нигеҙ һалынған китапхананың функцияһы сит илдәрҙә сыҡҡан баҫмаларҙың коллекцияларын йыйыуға ҡайтып ҡала. Улар араһында туған телдәге баҫмалар, немец китаптарының сит телдәргә тәржемәләре, шулай уҡ Германия һәм илдең күренекле эшмәкәрҙәре тураһында сит телдәрҙә баҫылып сыҡҡан баҫмалар бар.

«Китап» нәшриәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Петра Кирстен етәкселегендәге ошо китапхана вәкилдәре Башҡортостандағы коллегаларына Т.М. Килмәтовтың «В поисках деревянного креста», Ф.И. Вахитовтың «Иду за тобой, юнга» (очерктар), «Подвиг: воспоминания об И. Гизатуллине» китаптарының даналарын ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.

Петра Кирстен үҙенең хатында билдәләүенсә, китапхана коллективы Германия рухи мираҫын һаҡлап ҡалырға ынтылған өсөн «Китап» хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт белдерә. Үҙ сиратында «Китап» нәшриәте коллективы сығарылған продукцияға йәнле ҡыҙыҡһыныу өсөн Германия Милли китапханаһына оло рәхмәтле.

«Китап»та Башҡортостан Президенты Указы менән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителгән 2011 йылдан нәшриәтселәр араһында бындай бәйләнештәр тағы ла артыр, тигән ышаныс белдерәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть