3 декабрь, Шәмбе

01 март 2011 йыл, 9:26

Бөтөн Рәсәй әсәйҙәр форумында Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандан «Мәрхәмәт» хәйриә фондын ойоштороусы Гөлшат Хәмитова, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Өфөнөң Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы начальнигы Милана Скоробогатова, баш ҡаланың «Әсә йөрәге» Әсәйҙәр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова, «Ата-әсәлек даны» ордены менән наградланған күп балалы әсә Зилә Мотаһарова «Рәсәй – бәхетле әсәйҙәр территорияһы» Бөтөн Рәсәй әсәйҙәр форумында ҡатнашасаҡ. Сара Ульяновскиҙа 1-2 мартта үтәсәк. Бөтөн илдән 1200-ҙән ашыу кеше — йәмәғәт палатаһы, күп балалы һәм тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр йәмәғәт ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, күп балалы әсәләр вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Был турала БР Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Дүртенсе Бөтөн Рәсәй әсәйҙәр форумы бынан алдағы өс форумда (2002, 2006 һәм 2008 йылдарҙа) башланған эште — милли һәм халыҡ-ара кимәлдә ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ проблемаларын хәл итеү өсөн йәмғиәттең прогрессив көстәрен берләштереүҙе дауам итергә тейеш. Бынан тыш, форумдың бурыстары — йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәрен, шулай уҡ дәүләт, эшлекле берләшмәләр, киң мәғлүмәт саралары һәм сәйәси партияларҙың ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендәге урынын һәм ролен билдәләү.  

Программала «түңәрәк өҫтәлдәр», пленар ултырыштар, күргәҙмәләр үткәреү, шулай уҡ социаль һәм мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларына барыу ҡаралған. Форумда ҡатнашыусылар балалар тәрбиәләүҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле, ҡатын-ҡыҙ бизнеста, йәштәр һәм никах кеүек темаларҙы тикшерәсәк.

Быйылғы форум «Әсәй» Халыҡ-ара хәйриә фондтары йәмәғәт ассоциацияһы ҡатнашлығында РФ Йәмәғәт палатаһы һәм «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы етәкселегендә үткәрелә.  

темалар: форумдар