9 декабрь, Йома

28 февраль 2011 йыл, 9:13

Рөстәм Хәмитов Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы активы менән осрашты

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә иң ҙур халыҡ-ара башҡорт йәмәғәт ойошмаһы — Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы активы менән осрашты. Осрашыу ваҡытында туған тел, мәҙәниәт мәсьәләләре, ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү проблемалары, ойошманың быға тиклем ҡабул ителгән ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу темалары күтәрелде.

—  Был осрашыу дуҫтарса йылы мөхиттә үтте, туғандарса аралаштыҡ, тиергә мөмкин. Беҙ артабан нисек бергә эшләргә, ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итергә кәрәклеген хәл иттек, булған проблемаларҙы ҡараныҡ. Һөйләшеү барышында бер ниндәй ҙә киҫкен мәсьәләләр күтәрелмәне. Бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңланыҡ, бер телдә аралаштыҡ. Бөгөнгө осрашыу тәү сиратта миңә кәрәк ине: тағы бер тапҡыр кешеләрҙе ишетеү, уларҙы борсоған проблемаларҙы аңлау өсөн, һәм мин быға өлгәштем, – тине Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитов республиканан ситтә йәшәгән башҡорт халҡы вәкилдәренә ярҙам тураһында осрашыуҙа күп ҡабатланыуын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып китте, ә улар бөгөн – 500 меңдән ашыу кеше.

— Уларҙы, бигерәк тә ауыр хәлгә юлыҡҡандарҙы ярҙамһыҙ ҡалдырырға ярамай, — тип белдерҙе ул.

Рөстәм Хәмитов Халыҡтар дуҫлығы йортон икенсе урынға күсереү мәсьәләһен дә көнүҙәк тип билдәләне һәм Өфөләге Конгресс-холдың баштан уҡ Халыҡтар дуҫлығы йорто итеп төҙөлөүен телгә алды.

— Унда әлегә хәл ителмәгән финанс мәсьәләләре бар, беҙ уларҙы хәл итә алырбыҙ, тип уйлайым, – тине Рөстәм Хәмитов. — Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Конгресс-холда урынлашыуын теләр инем.

Осрашыуҙа БЮТ телеканалы (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы) мәсьәләһе лә күтәрелде.

— Был һөйләшеү телеканал коллективы менән осрашыуымдың дауамы булды, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тәнҡит булды. Һәм был урынлы тәнҡит, мин уның менән килешәм. Каналды яңыртабыҙ тип Беренсе, Икенсе йәки НТВ кеүек билдәле каналдарға конкуренция булдырырға маташырға ярамай.

Төбәк башлығы фекеренсә, БЮТ каналы үҙенең этник составын, башҡортса тапшырыуҙарҙы һаҡлап ҡалырға тейеш, сөнки канал аша Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе башҡорттар менән аралашыу барғанын онотмайыҡ.

—БЮТ коллективы менән мин бындай һөйләшеү үткәрҙем һәм хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип ышанам, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен яҡтыртыусы тапшырыуҙар, телевидениела башҡорт телендәге заманса ҡыҙыҡлы идеялар кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. БЮТ коллективы мин ҡуйған бурыстарҙы атҡарып сыға алыр, тип уйлайым.