Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфө менән Бургасты авиарейс тоташтырасаҡ

Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфө менән Болгарияның Бургас ҡалаһы араһында авиарейс асырға планлаштырыла. Был турала 28 февралдә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Башҡортостан – Болгария» Дуҫлыҡ йәмғиәтенең башҡарыусы директоры Татьяна Коробова хәбәр итте.

— Башҡортостан менән Болгария араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү был рейсты асыуға туранан-тура бәйләнгән, — тине ул. – Республикабыҙ вуздарында алмашыу программаһы буйынса Болгариянан уҡытыусылар эшләй, болгар студенттары уҡый. Беҙгә Болгариянан рәссамдар килә. Үҙ сиратында, беҙҙең ижади коллективтарыбыҙ, студенттарыбыҙ Болгарияға бара. Ләкин бөтөн был мәҙәни алмашыу Башҡортостан менән Болгария араһында тура авиабәйләнеш булмау арҡаһында ныҡ тотҡарлана. Мәскәү аша осорға тура килә. Бындай маршрут уңайһыҙ һәм өҫтәмә финанс сығымдары талап итә.

Татьяна Коробованың һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө менән Бургас араһында авиарейсты 2010 йылдың йәйендә үк асырға планлаштырылғайны, ләкин ул саҡта был проект тормошҡа ашырылмайғайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть