4 декабрь, Йәкшәмбе

28 февраль 2011 йыл, 17:19

2010 йылда Башҡортостандың төҙөлөш ойошмаларында производствола 12 кеше һәләк булған

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Былтыр Башҡортостандың төҙөлөш ойошмаларында производствола бәхетһеҙ осраҡтар һөҙөмтәһендә 12 кеше һәләк булған. 22 кеше ауыр йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә бер төркөм кешеләр зыян күргән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Фидарис Багаев хәбәр итте.

Бейектән ҡолау һәм материалдар менән инструменттарҙың кешеләрҙең өҫтөнә төшөүе (алты осраҡ) үлемгә килтергән бәхетһеҙлек осраҡтарының киң таралған сәбәбе булып тора.  

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән үткәрелгән тикшереүҙәр төҙөлөш объекттарында хеҙмәткәрҙәрҙең бик йыш хәүефһеҙ эш шарттары менән тәьмин ителмәүен күрһәтә. Бинаға инеү урынын ойоштороуҙа һәм һаҡланыу өсөн козыректар урынлаштырыуҙа төҙөлөш нормалары талаптары һәм ҡағиҙәләре күҙәтелмәй. Хәүефле производство факторҙары зоналарына хәүефһеҙлек билдәләре һәм иҫкәртеүсе кәртәләр ҡуйылмай. Бынан тыш, эшселәр махсус кейемһеҙ һәм индивидуаль һаҡланыу сараларынан тыш эш урынына үткәрелә.