8 декабрь, Кесе йома

28 февраль 2011 йыл, 16:26

Башҡортостанда ял көндәрендә янғындар дүрт кешенең ғүмерен өҙгән

автор: Эльмира Сабирова

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 35 янғын һөҙөмтәһендә дүрт кеше һәләк булған, йәнә бер кеше зыян күргән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, электр йылытҡыстарын һәм мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу көҙгө-ҡышҡы осорҙағы янғындарҙың киң таралған сәбәбе булып тора, ә был өлкәлә төп зыян күреүселәр – ололар.

27 февралдә иртәнге алтылар тирәһендә Благовещен районының Николаевка ауылында етди янғын сыға. Йорт хужаһы – пенсионер мунса яғырға сығып, унан кире әйләнгәндә ҡатыны тороп ҡалған йорттан төтөн сығыуын күрә. Ир-уҙаман янғын башланған бинаға инеп, хәләл ефетен ҡотҡара, 67 йәшлек ҡатын 80 процент тән бешеүҙәре менән үҙәк район дауаханаһының реанимацияһына оҙатыла.

Ул арала шаһиттар янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Янғын һүндерелә, әммә йорт ярайһы ныҡ зыян күрә.

Янғын электр селтәрен файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында сыҡҡан, тип күҙаллана.