11 декабрь, Йәкшәмбе

28 февраль 2011 йыл, 16:19

Республика аграрийҙары Рәсәй фермерҙары съезына йыйына

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре бөгөн Тамбовҡа Рәсәй фермерҙарының XХII съезына юлға сыға. Делегацияны республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко етәкләй. Фермерҙар форумын рәсми асыу — 2 мартта. Сәсеү кампанияһы алдынан аграрийҙар фермерҙар хужалыҡтары хәлен һәм проблемаларын, ауылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә дәүләттең һәм фермер ойошмаларының ролен күтәреүҙе тикшерәсәк.

Съезд бәләкәй хужалыҡ формаларының халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм Рәсәй ауылын тергеҙеүгә индергән өлөшөн арттырыу мәсьәләләрен хәл итергә тейеш.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй фермерҙары Ватан аҙыҡ-түлегенең 55 проценттан ашыуын етештерә. Ғаилә фермер хужалыҡтары ер участкаларының майҙаны 30 млн гектарҙан ашыу тәшкил итә. Һуңғы 10 йылда ул ике тапҡырға артты. Ер участкаһының уртаса күләме лә ике тапҡырға артып, 108 гектарға етте.  

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында был осорҙа иген – 4 тапҡырға, көнбағыш — 3,3 тапҡырға, шәкәр сөгөлдөрө — 3,6, картуф — 4,5, йәшелсәләр 5 тапҡырға тиерлек күберәк йыйып алынды. Фермер хужалыҡтарында һыйыр малы иҫәбе — 2,5 тапҡырға, һауын һыйырҙар  2,4 тапҡырға артты.

Һөҙөмтәлә ун йылда фермер секторында етештереүҙең үҫеш темпы тармаҡ буйынсағы менән сағыштырғанда 4,3 тапҡырға артты. Хатта ҡоролоҡло һәм уңышһыҙ 2010 йылда ла иген етештереүҙә фермерҙар өлөшө уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,5 процентҡа артты һәм 22,3 процент тәшкил итте. 2010 йылдың 10 айында фермерҙарҙа һыйырҙар иҫәбе тағы ла 15 процентҡа артты. Һәм был фермерҙарҙың хужалыҡ итеү тәртибе башҡаларҙан айырылып тороуын күрһәтә.