Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Баймаҡ районында «Батырлыҡ дәресе» үтәсәк

Йәмғиәт

Баймаҡ районының Темәс ауылында 2 мартта «Батырлыҡ дәресе» үтәсәк, тип хәбәр итте «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Күлмырҙин.

«Дәрес» ваҡытында мәктәп уҡыусыларына легендар комбриг Муса Мортазин, Баймаҡ районының Бөйөк Ватан һәм Афған һуғыштарында ҡатнашҡан билдәле яугирҙары хаҡында һөйләйәсәктәр. Шулай уҡ балалар өсөн Башҡортостандың дәүләт флагы тураһында доклад әҙерләнгән.  

— «Батырлыҡ дәресе»ндә викторина ла үтәсәк, — ти Нур Күлмырҙин. – Балалар был сараға тырышып әҙерләнә. Улар үҙҙәренең яҡташтары хаҡында күп нәмә беләсәк һәм бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап бирер, тип ышанам.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть