Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

«Селигер-2011» Бөтөн Рәсәй форумы заявкалар ҡабул итә башланы

Йәмғиәт

«Селигер-2011» форумына барасаҡ кешеләрҙе теркәү башланды. Быйыл етенсе тапҡырына илдең талантлы йәштәре Тверь өлкәһендәге күл буйына йыйыласаҡ. Дөрөҫ, унда эләгеү өсөн заявка тултырырға, тейешле заданиеларҙы үтәргә һәм рейтингтан үтергә кәрәк. Традицион рәүештә, программала фәнни конференциялар, «түңәрәк өҫтәлдәр», күргәҙмәләр, фестивалдәр, акциялар, йәрминкәләр, ярыштар, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, Рәсәй үҫеше буйынса белем биреү программаларын һәм проекттарын презентациялау. Бөтәһе туғыҙ тематик смена ойоштороласаҡ, уларҙың өсәүһе – яңы. Былар — спорт йүнәлешендәге «Минең арттан йүгер», торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә арналған «Бөтә йорттар» һәм Рәсәйҙә йәшәргә теләгән һәм үҙе тирәләй күргән бөтөн проблемаларҙы хәл итергә йыйынған йәштәрҙе берләштереүсе «Сәйәсәт»  федераль проекты.

«Селигер-2011» 22 июндә башлана һәм 2 августа тамамланасаҡ.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республика йәштәрен әүҙемлеккә саҡыра. Ведомствоның йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлеге начальнигы Энже Ғәниеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, «Селигер» – ул үҙ программаң, проектың йәки идеяң менән ҡыҙыҡһынған структураларҙы таныштырыу мөмкинлеге.

— Был инвестицияларға, гранттарға, ҙур шәхси компаниялар һәм дәүләт корпорациялары фондтарына, дәүләт программаларына тура юл, — тип иҫәпләй ул.

Форумдың башҡа йүнәлештәре тураһында мәғлүмәт «Селигер-2011» рәсми сайтында урынлаштырылған: http://www.forumseliger.ru/. Ойоштороу комитеты контакттары: info@forumseliger.ru.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть