4 декабрь, Йәкшәмбе

28 февраль 2011 йыл, 14:41

Бәләбәй районында шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте

автор: Любовь Колоколова

Элемтә, мәғлүмәти технологиялар һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы Бәләбәй районында шәхси мәғлүмәттәр өлкәһендәге мотлаҡ талаптарҙы күҙәтеү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмәлә район хакимиәтенең структур бүлексәләре, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.  

Кәңәшмәгә килеүселәргә «Шәхси мәғлүмәттәр өлкәһендә төп талаптар» темаһына доклад тәҡдим ителде. Элемтә, мәғлүмәти технологиялар һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре үҙ сығыштарында 2006 йылдың 27 июлендәге «Шәхси мәғлүмәттәр тураһында» 152-ФЗ һанлы Федераль закон талаптарын күҙәтеү кәрәклеген, шул иҫәптән операторҙарҙың шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү тураһында теркәү ҡағыҙҙарын эшләргә тейешлеген билдәләне.